газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 17:50

Ете йәшлек Эмилгә ниңә дарыу юҡ?

Бик һирәк генетик сир менән яфаланған ете йәшлек Эмиль йәшәү өсөн бик әһәмиәтле дарыуға мохтажлыҡ кисерә.

Бик һирәк генетик сир менән яфаланған ете йәшлек Эмиль йәшәү өсөн бик әһәмиәтле дарыуға мохтажлыҡ кисерә. Был дарыуҙарһыҙ ул йәшәй алмай, хәле көндән-көн насарлана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ни өсөн сабыйға ярҙам итмәй? Был бит ауырыуға хөкөм ҡарары сығарыу менән бер. Ауыр генетик сирҙән интеккән баланың яҙмышы менән хәҙер прокуратура ҡыҙыҡһына башлаған. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
- Баланың хоҡуҡтарын боҙоу факты буйынса тикшереү башланды, - ти прокуратура хеҙмәткәрҙәре.
Эмилде дауалау өсөн тәғәйенләнгән дарыуҙар ҡиммәт. Бер пациент өсөн илле миллион һум талап ителә. Препарат балаға һулар һауалай кәрәк. Бик үк әһәмиәте булмаған сараларға миллиондар, миллиардтар сарыф иткәндә, бала ғүмере өсөн илле миллион йылғалағы бер тамсы һыу кеүек тойола. Тик Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был препаратты киләһе йылда һатып алмаясаҡ, малайҙың атаһы әйтеүенсә, ул һатып алынасаҡ дарыуҙар исемлегендә юҡ.
Фото: Ufa1.ru Автор: Дина Арсланова ("башҡортостан" гәзите) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ete-y-shlek-Emilg-ni--dariu-yu-37705/
Читайте нас: