Салауатта “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ инфраструктураһы үҫеше” тигән тема буйынса күсмә ултырыш үтте. Осрашыуҙа беҙҙең ҡаланан тыш, Ишембай, Мәләүез, Федоровка, Миәкә, Бөрйән һәм Күгәрсен райондарыйүнселдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова йүнселдәрҙе борсоған проблемаларҙы, перспективалары хаҡында белеште.
- Беҙ бергә республика башлығы ҡуйған иҡтисади күрһәткестәргә ирешә алабыҙ. Әгәр берләшһәк, беҙгә бер ниндәй ҙә тышҡы инвесторҙар ҙа кәрәкмәйәсәк.Уңышлы эшҡыуарҙар, төбәктәге килемле бизнес - ул яңы эш урындары һәм кешеләрҙең именлеге, тине ул ултырышта ҡатнашыусы эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп.
Салауат һәм райондарҙың бизнесмендары кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса үҙҙәренең идеялары һәм тәҡдимдәре менән бүлеште.
Шулай уҡ эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам тураһында ла ентекле һөйләнелде. 2018 йылда эшҡыуарлыҡ субъекттарына төрлө программалар аша 209,66 млн һум йүнәлтелгән. Улар - стартаптар, социаль прокттар, ҡоролмалар алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидиялар. Һөҙөмтәлә дәүләт ярҙамы алған компаниялар 1 265 яңы эш урыны булдырған.