3 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә, Сочи ҡалаһында ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең паралимпийсы спортсылар, йыйылма командалары ағзалары менән осрашты.
Был осрашыу Рәсәй Олимпия университеты менән танышыу барышында үтә. Спортсылар араһында терәк-хәрәкәт аппараттары зыян күргән өс кеше, уларҙың береһе - беҙҙең ҡала вәкиле, «Ағиҙел-Суптник» компанияһы тәрбиәләнеүсеһе, 2019 йылда донъя чемпионы исемен алған Андрей Николаев та була.
- Сара, башлыса, Пара-лимпия уйындары хаҡында практик белемгә арналды. Ярыштар, уйындар нисек үтәүе хаҡында һөйләштек. Шулай уҡ уйындарҙа ҡатнашыуға рөхсәт темаһына ла ҡағылдыҡ, - ти Андрей Николаев.
Спортсылар менән ос-рашыу ваҡытында Владимир Путин спортсыларға, пара-лимпийсыларға дәүләт ярҙам итеүҙе дауам итәсәк, тип белдерә һәм массалы спорт-ҡа иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы.
- Мин һеҙҙең быға тиклем өлгәшкән уңыштарығыҙҙы ғы-на иҫкә алып үткем килмәй, шулай уҡ һеҙ үҙегеҙҙе тағы ла әллә күпме тапҡыр перспективалы спортсы итеп күрһәтерһегеҙ әле, тип уйлайым, - тип мөрәжәғәт итә Владимир Путин йыйылыусыларға.
Шулай уҡ дәүләт башлығына мөмкинлектәре сикләнгән спорсылар өсөн Рәсәй халыҡ-ара Олимпия университетына квоталы урындар тураһында һорау бирелә. Путин был идеяны хуплай.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, президент менән шәхсән аралашыу мөмкинлеге булманы. Ул беҙҙе ҡотланы һәм уңыштар теләне. Беҙгә Паралимпиадала ҡатнашырға рөхсәт итһендәр өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡмын, тип әйтте, - тип һөйләй Андрей.