газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 17:06

Салауатта 18 йәшлек егетте трамвай бәрҙергән

Кисә Салауатта трамвай 18 йәшлек егетте бәрҙерә. Йәш кеше трамвай юлдарына яҡын килгәндә бөтөнләй тирә яғына ҡарамай. Һөҙөмтәлә ул ауыр йәрәхәтәр менән дауаханаға оҙатылған.

Кисә Салауатта трамвай 18 йәшлек егетте бәрҙерә. Йәш кеше трамвай юлдарына яҡын килгәндә бөтөнләй тирә яғына ҡарамай. Һөҙөмтәлә ул ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.


Видеояҙманан күренеүенсә, тәүҙә ул трамвай юлы аша үтә лә, һуңынан ҡапыл кире борола. Шәп тиҙлек менән килгән трамвайға иғтибар ҙа итмәй. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта йәш кеше бер нисә метрға осоп китә.


Республика ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, егет капишонда һәм ҡолаҡсында булған.

«Ул ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға һалынған. Хәлде тикшереү эше бара», - тип белдерәләр Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ә ҡала берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенең көндәлек мәғлүмәттәрендә егет комала тип бирелә.
Эх, йәштәр, урамда шул ҡолансындарығыҙҙы сисеп, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөргә кәрәк тә бит.
Читайте нас: