14 декабрҙә Салауатта 9-сы класс уҡыусылары өсөн "Үҫеш территорияһы" форумы уҙасаҡ.
Унда ҡатнашыусы һәр кем үҙенә оҡшаған йүнәлештәрҙе таба ала. Форумдың эше биш белем биреү патформаһынан торасаҡ, уларҙа тематик оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм белгестәр менән осрашыуҙар ойошторола.
Форум "Салауат" спорт-концерт комплексында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Сараны ябыуҙың хэдлайнеры - RenaRnt.