газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:30

Президент ветерандарға өҫтәмә түләүҙе хәл итергә ҡушты

Ил башлығы Владимир Путин вице-премьер Татьяна Голиковаға 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына өҫтәмә түләүҙәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм индерергә ҡушты.

Ил башлығы Владимир Путин вице-премьер Татьяна Голиковаға 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына өҫтәмә түләүҙәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм индерергә ҡушты.
«Татьяна Алексеевнаға үтенес: беҙ юбилейлы даталарҙа, ғөмүмән, байрамдарҙа беҙҙең ветерандарға ярҙам итә торғайныҡ, шуның өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн өҫтәмә түләүҙәр буйынса тәҡдимдәрҙе әҙерләүҙе һәм индереүҙе һорайым», - тине Путин «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында.
Дәүләт башлығы Рәсәй төбәктәре һәм муниципаль властар башлыҡтарын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һорауҙарына айырым иғтибар бирергә саҡырҙы.
Шулай уҡ Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығын тере, ихлас һәм мәғәнәле йөкмәтке менән байытырға кәрәк, байрам сараларына формаль ҡарашты бөтөрөргә, тигән бурыс ҡуйҙы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: