газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 13:00

Бизнес үҫеше берҙәмлекте талап итә

Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов “Башҡортостан көньяғы” бизнес үҙәгендә Салауаттың эшҡыуарҙары менән осрашты. Унда, башлыса, йүнселдәрҙе борсоған проблемалар ҡаралды, ҡала етәксеһе уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов “Башҡортостан көньяғы” бизнес үҙәгендә Салауаттың эшҡыуарҙары менән осрашты. Унда, башлыса, йүнселдәрҙе борсоған проблемалар ҡаралды, ҡала етәксеһе уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
- Танырға кәрәк, әлеге ваҡытта ҡалала эшҡыуарлыҡ үҫеше менән проблемалар бар. Уларҙы хәл итеү өсөн ҡала етәкселеге бизнес вәкилдәре менән йышыраҡ осрашып, берҙәм эш итеү юлдарын ҡарарға тейеш, - тип билдәләне Динар Ғәли улы. - Субсидия бүленгәндә, төрлө эштәрҙе башҡарыуға конкурс уҙғарылғанда Салауат йүнселдәренә тигеҙ хоҡуҡты тәьмин итеү мөһим. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - хакимиәттең Финанс идаралығы начальнигы Урал Мәғизов эшҡыуарлыҡҡа бәйле хәл менән таныштырып үтте.
- Әлеге ваҡытҡа Салауатта 3256 урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Йүнселдәргә стационар объекттарҙы тапшырыу буйынса конкурстар уҙғарылды, 42-һе буйынса килешеү төҙөлдө. 2018 йылдағыңа ҡарағанда быйыл субсидия күләме кәмеүгә ҡарамаҫтан, дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамдан файҙаланырға теләүселәр һаны күп, - тине ул.
Урынбаҫар шулай уҡ беҙҙең ҡалала “берҙәм тәҙрә” алымы буйынса эшләйәсәк «Бизнес үҙәктәр» булдырыу ҡаралыуын әйтте. Унда эшҡыуарҙар үҙ ойошмаларын теркәүҙән башлап бөтә һорауҙарын хәл итә аласаҡ.
Хакимиәт башлығы ҡалала бизнесты үҫтереү буйынса ҡайһы бер күҙаллауҙары менән бүлеште. Ҡала йүнселдәрен төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Мәҫәлән, «Ҡала мөхите», урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү, юлдарҙы, подъездарҙы ремонтлау кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға Салауат бизнесы вәкилдәре актив ҡушылыуы яҡшы булыр ине, тип теләне Динар Хәлилов. Шулай уҡ башлыҡ бизнес вәкилдәренең хакимиәттә кесаҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килеп, үҙ тәҡдимдәре, һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алыуҙарын да белдерҙе.
Осрашыуҙа төрлө банк вәкилдәре лә ҡатнашты. Үҙ эше менән шөғөлләнеүселәр уларҙан төрлө маҡсаттарға кредит алыу шарттары менән таныша алды.
Һуңынан аралашыу һорау-яуап, фекер белдереү, тәҡдимдәр индереү форматында барҙы. Ҡалабыҙ эшҡыуарҙары үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Мәҫәлән, бина аренда хаҡының юғарылығы, ҡала йүнселдәрен берләштереүсе көстөң булмауы, тулы мәғлүмәт юҡлығы, етештереү менән шөғөлләнергә теләүселәргә тауарҙарын һатыу мөмкинлеге булдырылмауы, ғәҙел булмаған көнәркәшлеккә дәғүәләр күп. Барлыҡ һорауҙар хакимиәт тарафынан контролгә алынды.
Читайте нас: