Ҡамыр өсөн 1 ст кефир, 0,5 ст майонез, 3 йомотҡа, 8 ҡалаҡ он, самалап тоҙ, эслек өсөн 1 ст дөгө ярмаһы, 1 банка майлы консерва (сайра йәки башҡа төрлө балыҡтан) кәрәк була.
Дөгө ярмаһына әҙ генә тоҙ һалып, талғын утта бешереп алғас, һылҡын һыуҙа сайҡатырға. Балыҡты сәнске менән иҙергә. Кефирға майонез, йомортҡа, он һәм тоҙ һалып, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатырға.
Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойғас, өҫтөнә тигеҙ генә итеп әҙер дөгө ярмаһын, шунан һуң консерва балығын һалырға ла ҡалған ҡамырҙы ҡойорға. 180-200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәттә әҙер була.