Рәсәй Президенты хеҙмәт хаҡының минималь күләмен алыусы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан килем һалымын алыу тураһындағы проблеманы хәл итмәйенсә ҡалдырмаясаҡмын, тип белдерҙе һәм тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә вәғәҙәләне.
Шишәмбе көн Президент кеше хоҡуҡтары буйынса төбәк уполномоченныйҙары менән осрашты. Уның барышында Томбов өлкәһе омбудсмены Владимир Репин кешеләр мөрәжәғәт иткән МРОТ-тан килем һалымы проблемаһы хаҡында һөйләне. Ул был мәсьәләне хәл хәл итеүҙе һораны, минималь эш хаҡы алыусы хеҙмәкәрҙәрҙе йә һалымдан азат итергә, йә МРОТ-тың үҙен 13 процентҡа арттырырға тәҡдим итте.
«Был һорауҙы кешеләр юҡҡа бирмәй. Был минималь хеҙмәт хаҡы икән, ә ул беҙҙә йәшәү минимумына тигеҙләштерелгән, шулай булғас уның күпмелер өлөшөн алып, кешенең килемен йәшәү минимунан да аҙыраҡ булған суммаға төшөрәбеҙ. Бында уйланырлыҡ урын бар. Һеҙҙең һорау яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, тип вәғәҙә итәм», - тине ил башлығы.
#ВладмирПутин