- Меңәрләгән кешене эшһеҙ ҡалдырыуға мин бер ҡасан да ризалашмаясаҡмын. Мине һындырырға, ҡулымды борорға, журналистарҙы һәм милләтселәрҙе һатып алырға тырышырға маташыуҙан бер файҙа ла булмаясаҡ. Быны баҙарҙан бер компанияны сығарып ташлап, икенсеһен, үҙҙәренекен ҡуйырға теләгәндәр эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар тәбиғәт байлығы буйынса Ҡуштауҙан бер ҙә кәм булмаған биләмәгә инер ине. Был саҡта Стәрлетамаҡ бер нисә йыл, ғәфү итегеҙ, ыштанһыҙ ултырыр ине. Беҙ урындағы халыҡтың фекерен даими рәүештә өйрәнеп торабыҙ. Һәм шуға ышанығыҙ: уларҙың барыһы ла сода етештереүсенең эшһеҙ ҡалыуын ҡала өсөн нимәгә килтеререн яҡшы аңлай. Ә был ойошторолған баҫым яһаусылар ҡылыҡтарына хоҡуҡи баһа биреләсәк, - тине Радий Хәбиров.