Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 11:45

Лидерҙар аңлашыу өсөн йыйыла

Минскиҙағы килешеүгә бер ниндәй ҙә альтернатива юҡ, “норманд дүртәүе” лидерҙары дөйөм аңлашыуға һәм берҙәм стнадартҡа сығыу өсөн йыйыла, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин.

“Ысынлап та, һәр төрлө килешеүҙең үҙ һығылмалылығы бар, сөнки ҡағыҙҙа яҙылған ҡайһы бер әйберҙәр яҡтар тарафынан төрлөсә аңлатылыуы мөмкин. Бөгөн беҙҙең дә дискуссия Минск килешеүенең ҡайһы бер аспекттары буйынса барҙы”, - тине Путин “норманд дүртәүһе” лидерҙарының матбуғат конференцияһында.
Ул килешеүҙең ҡайһы бер пункттары 2015 йылда Минскиҙа дискуссия барышында компромисс булараҡ килеп тыуҙы, шуға күрә яҡтар уны төрлөсә аңлата, тип билдәләне.
“Беҙ дөйөм аңлашыуға, юридик яҡтан берҙәм стандартҡа килеү өсөн йыйылабыҙ ҙа. Шул уҡ ваҡытта мин Минск килешеүҙәренә бер ниндәй ҙә альтернатива булмауы менән дә килешәм, уларҙы тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: