- Бынан бер йыл элек республикаға эшкә ҡайтып, хәлде баһалай башлағас шуны аңланым: беҙҙең проблема медицина, белем биреү,торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ла түгел. Беҙҙә берҙәмлек юҡ. Ата-бабаларыбыҙ бар мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә күнеккән, әммә мин идаралыҡта, айырым коллективтарҙа берҙәмлек күрмәнем. Дөйөм алғанда, йәмғиәттә лә берҙәмлек юҡ ине. Пессимизм, үҙ көстәреңә, республиканың яҡшы киләсәгенә ышанмауға тап булдым һәм бындай кәйефтәр әле лә осрап ҡуя. Бөтәһе лә сит ҡалалар һәм өлкәләр тураһында ниндәйҙер һоҡланыу менән һөләй, ә үҙебеҙ тураһында әйткәндә - өмөтһөҙлөк сатҡылары ғына, - тине Радий Хәбиров. - Шуға күрә мин тәүге көндән алып үҙемдең идара итеү командаһы алдына максималь амбициялы маҡсаттар ҡуйҙым. Күптәр быны аҡланмаған хәүеф тине, етеп булмаҫлыҡ үрҙәрҙе ҡуймайыҡ тине. Тик мин бер ҡасан да улай эшләгәнем юҡ һәм эшләмәйәсәкмен. Хеҙмәттәштәремә лә былай эшләргә ҡушмаясаҡмын. Беҙ һәр ваҡыт мөмкин булғандың сигендә тырышасаҡбыҙ.