Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 11:00

Иҫерек тигәс тә, таларға түгел бит инде

Мәскәү дауаханаһының ике шәфҡәт туташы пациенттың 100 мең һум аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.

Мәскәү дауаханаһының ике шәфҡәт туташы пациенттың 100 мең һум аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.

Хәл былай була. Пациент медицина учреждениеһына иҫерек хәлдә эләгә. Дауахана ҡағиҙәләре буйынса ул әйберҙәрен исемлеккә яҙып тапшыра. Пациент үҙен яҡшыраҡ хис итә башлағас, дауахананан ҡайтып китмәксе була һәм ул әйберҙәрен кире ҡайтарыуҙарын һорай. Әйберҙәрен биреүен бирәләр, тик бына банк картаһын ғына ҡайтармайҙар. Шунда инде ир полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Картаһында уның 100 мең аҡсаһы булған. 52 йәшлек медсестра пациенттың карточкаһын алып, икенсе корпусҡа барып банкоматтан аҡса ала. Аҡсаның дүрттән бер өлөшөн сер һаҡлаған өсөн хеҙмәттәшенә бирә. Әммә банкоматта урынлаштырылған камера бөтә нәмәне күрһәтә шул. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡатындарҙың картаның пин-кодын нисек асыҡлауҙары ғына аңлашылып етмәй. Әлеге ваҡытта ике шәфҡәт туташы ла тотолған. Иҫерек тигәс тә, таларға тимәгән дә бит...
Читайте нас: