"Ауыл хужалығы культураларын һынау", "Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының йоғошло һәм инвазион ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау" һәм "Умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияһы" йүнәлештәре буйынса уҡыуҙарға республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән: Һамар, Ырымбур һәм Ҡазандан 1000-дән ашыу кеше килгән.
Курстарҙа ҡатнашыусылар бал ҡорттарын ҡарау һәм үрсетеү буйынса заманса технологиялар һәм ысулдар менән таныша, ҡорттарҙың эшмәкәрлеге менән идара итеүҙең, ауырыуҙарына ҡаршы профилактиканың һәм көрәштең һөҙөмтәле ысулдарына өйрәнә.
- Беҙҙең уҡыу йорто уҡытыусылары ҡатнашыусыларға умарталыҡ ҡоролмаларына ҡарата төп талаптар, ауырыуҙарҙы булдырмау саралары һәм башкалар тураһында һөйләй, - тип белдерҙе программа етәксеһе Фәрит Вәлитов.