газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 11:00

Ярҙамын тойоп өлгөргәндәр ҙә инде

Баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһының нейрохирургтары уникаль оперция яһаған: умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән, күкрәк ситлегенә йәбешкән шеште алғандар.

Баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһының нейрохирургтары уникаль оперция яһаған: умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән, күкрәк ситлегенә йәбешкән шеште алғандар.
Пациент хәлһеҙлеккә һәм аяҡтары һыҙлауға зарланған. Магнит-резонанс томографияһын үткәргәндән һуң уның умыртҡа һөйәгендә ҙур шеш барлығы асыҡланған. Ул үҫкән һайын күкрәк ситлеген ҡыҫа барған.
Нейрохирургтар яңы эргоконцепциялы микроскоп ярҙамында пациентҡа уңышлы операция яһаған, шеште микрохирургия алымы ярҙамында ҡырҡып алғандар.
Ламиноэктомияның үҙенсәлеге шунда: операция майҙаны ҙур түгел һәм ҡан юғалтыу ҙа бик бәләкәй миҡдарҙа була. Шуға ла пациент яҡын арала ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта.
Ун миллион һум торған, юғары технологиялы операцияларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән заманса микроскоп медицина учреждениеһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ағымдағы йылдың июнендә ҡайтарылған.
Ошо заман талаптарына ярашлы ҡорамал ярҙамында тәүге операция ҙур бейеклектән осоп төшкән, умыртҡа һөйәген һындырған иргә яһалған. Уға нейрохирургик манипуляция яһағандар һәм умыртҡа һөйәгенең эшмәкәрлеген тергеҙгәндәр.
Өс ай эсендә был микроскоп ярҙамында 35 пациентҡа ҡатмарлы операциялар яһалған. Дөйөм алғанда, был клиник дауаханала йылына 700 самаһы нейрохирургик операциялар эшләнә.
#Миллипроекттар
Читайте нас: