Йыл башынан алып республикала дистанцион мутлашыу күләме өсләтә артҡан. Интернет - ике башлы таяҡ. Бер яҡтан ул коммуникацияны еңәләйтә, икенсе яҡтан, уның ярҙамында яуыз ниәтле әҙәмдәр һанаулы ғына минуттар эсендә һеҙҙең янсығығыҙҙы “таҙартыуы” мөмкин.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының бүлек начальнигы Азат Тимерйәнов һүҙҙәре буйынса, банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратыу һәм популяр интернет-сервистарҙа иғландар ярҙамында мутлашыу осраҡтары киң таралған.
- Мутлашыусылар банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте исеменән шылтыратып, клиенттың картаһы ябылған йәки шикле операция башҡарылған, тип хәбәр итә. Артабан ике осраҡ өсөн дә схема бер төрлө: картаның номерын, уның өс һанлы кодын әйтергә ҡушалар. Һуңынан телефонға килгән смс-хәбәрҙе лә һорайҙар. Смс-хәбәрҙә клиент паролде бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткрәҙәренә лә хәбәр итергә тейеш түгел тиелһә лә, кешеләр, ғәҙәттә, иҫкәртеүгә иғтибар итмәй. Һәм клиенттың иҫәбенән тиҙ арала аҡсалар юҡҡа сыға, - тип һөйләй Азат Тимерйәнов.
Ошо көндәрҙә генә яуыз әҙәмдәр ошондай ысул менән Өфөлә йәшәүсе ҡатындың картаһынан 400 мең аҡсаһын сәлдергән. Бындай ҡармаҡҡа йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, йәғни банк хеҙмәте менән актив ҡулланыусылар эләгә.
Телефондан билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡанда ниндәйҙер шик тыуа икән, шунда уҡ телефондан һөйләшеүҙе туҡтатырға, банктың “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратырға кәрәк.
- Интернет-ресурста һатыуға берәй нәмә һатырға ҡуйған ҡорбанды алдауҙың тәүге варианты: яуыз ниәтле әҙәм, йәнәһе лә, әйбер башҡа ергә китмәһен өсөн алдан түләү индереүгә номер картаһын һорай. Артабан хәл банк картаһы менән бәйле ваҡиға кеүек бара: картаның номерын, кодын, паролде әйтеүҙе һорайҙар, - ти Азат Тимерйәнов. - Икенсе вариант - мутлашыусылар үҙҙәре иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн түбән хаҡ менән тауар һатыуҙары хаҡында иғлан ҡуялар. Һатып алыусы, ғәҙәттә, алдан түләүҙе индерергә риза була. Һөҙөмтәлә тауар ҙа, аҡса ла юҡ. Мутлашыусылар шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәй.
Әйткәндәй, телефон шылтыратыуҙарын ҡабул итеү буйынса өҫтәмә эш тәҡдимдәре менән дә һаҡ булырға кәрәк. Әгәр был мутлашыу схемаһы булһа, һеҙҙең эшмәкәрлек менән хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙыҡһына башлауы ихтимал һәм һеҙгә үҙегеҙҙең ҡатнашлығығыҙ булмауын иҫбатларға тура киләсәк. Юғиһә, енйәт яуаплылығына тарттырылыуығыҙ ҙа мөмкин.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала мутлашыу осраҡтарының һиҙелерлек артыуы билдәләнә: һигеҙ ай эсендә 3 мең 800-ҙән ашыу факт теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк. Башлыса был дистанцион енәйәттәр - 1288-е (+364) интернет ярҙамында, 950-һе телефон аша башҡарылған.
Контактлы мутлашыуҙың (газсы, һыу үткәргес эшсеһе, социаль ярҙам хеҙмәткәре һ.б. рәүешендә килеү) 44 осрағы теркәлгән, 4 фактҡа күберәк, йәғни уҙған йыл кимәлендә. Был төр енәйәттерҙе асыҡлау ҙа ошо кимәлдә.