Рәсәйҙең бер төбәгендә 11 айлыҡ бала өшөүҙән яҡты донъя менән хушлашҡан. Уның кәүҙәһен йорттан бер нисә метр ситтәрәк тапҡандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабыйҙың әсәһе - 25 йәшлек ҡатын ҡунаҡ йыйған, төнө буйы кәйеф-сафа ҡоралар. Компания таңға табан ҡына таралыша. Ә әсә кеше йоҡларға ята. Сабый шул ваҡыттарҙа уянғандыр инде, күрәһең. Шуҡ бала шыуышып ишекте асып тышҡа сыға. Ә бына кире керә алмай. Ул туңып үлә.