Рәсәйҙең һалдат әсәләре комитеты Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновҡа психиатрик экспертиза үткәреү өсөн бойондороҡһоҙ эксперт табырға ярҙам итә алмаған. Был хаҡта егеттең атаһы белдерә. Рәсәй Оборона министрлығы табиптарының тикшереүҙе ғәҙел үткәреренә ышанмағанлыҡтан, ул ошондай үтенес менән йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт иткән булған.
“Рәмил янына СИЗО-ға инеп булмай тигән һылтау менән баш тарттылар. Ғәжәп яуап. Улар эксперт табып бирһә, мин уны адвокат менән осраштырыр инем. Комитетҡа башҡаса мөрәжәғәт итмәйем, уларҙан файҙа юҡ. Минең улым кемдәрҙеләр үлтергәс, уның менән аралашырға ярамай тип иҫәпләй улар”, - ти Сәлим Шәмсетдинов.
Фажиғә 25 октябрҙә булғайны. Оборона министрлығы бының сәбәбен егеттең нервы түҙемһеҙлеге менән аңлата. Ә Шәмсетдиновты яҡлаусылар һалдатты ҡыйырһытҡандар, шуға ошондай аҙымға барырға мәжбүр булған тигән ҡарашта. Декабрь аҙағында Рәмилде 1,5 ай ваҡытҡа Мәскәүгә комплекслы тикшереүгә алып китәсәктәр.