Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 12:00

Путин Лукашенконы Союз дәүләте тураһындағы килешеүҙең юбилейы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Союз дәүләте булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуҙың 20 йыллығы менән ҡотланы.

“Был мөһим килешеүҙе төҙөү тураһында тарихи ҡарар туғандаш дуҫлыҡ, мәҙәни һәм рухи яҡтан яҡынлыҡтың күп йыллыҡ традицияларына нигеҙләнгән Рәсәй-Белоруссия мөнәсәбәттәрен ике яҡтың да нығытыуға ынтылыуын сағылдыра”, - тип әйтелә Рәсәй башлығы үҙенең Белоруссия коллегаһына ебәргән телеграммаһында.
Путин ике ил араһындағы ирешелгән интеграция үҫешен, хәүефһеҙлек һәм тышҡы сәйәсәт өлкәләрендәге берҙәм тырышлыҡты, шулай уҡ сауҙа-иҡтисади һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫешен юғары баһаланы. Бынан тыш, президент һүҙҙәре буйынса, Мәскәү һәм Минск союз бюджеты иҫәбенә инновацион-техник программалар һәм масштаблы гуманитар проекттар тормошҡа ашырылды.
#ВладимирПутин
Читайте нас