Күп балалы атай Парламентарийға йорттар ихатаһында ишле ғаиләләр өсөн туҡталҡалар бүлергә кәрәк тигән тәҡдим индергән. Әле иһә махсус урындар инвалидтар өсөн генә ҡаралған.
Был фекер “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров Өфөлә граждандарҙы ҡабул иткәндә яңғырай. Депутат идеяны хуплай, тәҡдим закон сығарыу эшендә сағылыш табасаҡ.
– Был мәсьәләне беҙ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов менән дә тикшерҙек. Яҡын арала Дәүләт Думаһы депутаттары менән “түңәрәк өҫтәл” ойошторорға ниәтләйбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова.