Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 14:38

Зариф башҡорт бейеүен бейей

Учалылағы ҡан ҡойошта иҫән ҡалған Зариф Хилажев "Башҡорт бейеүе" флешмобында ҡатнашты.

Учалылағы ҡан ҡойошта иҫән ҡалған Зариф Хилажев "Башҡорт бейеүе" флешмобында ҡатнашты. Ул ваҡыт бер иҫерек ир мылтыҡтан үҙенең һәм Зарифтың ҡатынын, унан һуң үҙ-үҙен атып үлтергәйне. Зариф бик ҡаты яралана, әммә иҫән ҡала.

Яңыраҡ ул матур сарала ҡатнаша.

Зариф автомобиле салонында "Сыңрай ҡурай" йырын башҡара, ә Учалыла Өргөн күле буйында башҡорт бейеүен бейей.

"Алты йәштән бейейем. Хәҙер миңә 33 йәш. Донъяның бөтә бейеүҙәрен дә яратам. Балаларҙа ла бейеүгә һөйөү тәрбиәләнем, уларға бейеүҙәр өйрәттем", - ти ул.
Читайте нас: