Баш ҡалала башҡа һыймаҫлыҡ хәл була.17 йәшлек ҡыҙ йәмәғәт транспортында китеп барғанда бер ҡатындың ҡулынан телефонын тартып ала ла, автобустан һикереп төшөп ҡала. Ярай әле ҡатындың янында ире була. Ул ҡыҙ артынан ҡыуалай төшә. Бур ҡурҡыуынан смартфонды атып бәрә. Ләкин ир уны барыбер ҡыуып тота һәм полицияға тапшыра. Ҡыҙ балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеккә иҫәпкә ҡуйылған. Уға ҡарата “Талау” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Көпә-көндөҙ кеше талайҙар бит әй.