газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 11:45

Ҡытайҙарға май оҡшаған

Башҡортостан быйыл май айында Ҡытайға һынап ҡарау өсөн тәүге партия май оҙатҡайны. Ҡытайҙарға май оҡшаған икән.

Башҡортостан быйыл май айында Ҡытайға һынап ҡарау өсөн тәүге партия май оҙатҡайны. Ҡытайҙарға май оҡшаған икән.
Быйыл Күмертауҙың "Элеватор" йәмғиәте Ҡытайға экспортҡа дүрт мең тонна май йүнәлткән. Хәҙер предприятие алдында был продукцияны етештереүҙең ҡеүәтен һәм экспортты арттырыу маҡсаты тора.
Быйыл "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, Башҡортостандан бөтәһе 2,6 милиард һум тирәһе 103 мең тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбағыш, рапс майы, шрот) экспортҡа сығарылған. Был эш менән "Сигма" компаниялар төркөмөнә ингән Шишмә май һығыу заводы һәм "Элеватор" йәмғиәте шөғөлләнә. Ҡытайҙан тыш, Балтик буйы илдәренә, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь республикаһына оҙатыла.
#Миллипроекттар
Читайте нас: