Үткән йылдың ғинуар айында Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе 14 йәшлек малай урамда дуҫы менән уйнап йөрөгәндә полиция хеҙмәткәре Виталий Шаманаевтың тәҙрәһенә уйынсыҡ пистолеттан ата.
Хоҡуҡ һаҡсыһы, урамға йүгереп сығып, тәүҙә малайҙы шул уйынсыҡ менән туҡмай, аҙаҡ баланы өйөнә һөйрәп алып инеп : “Ысын пистолеттың атыуын белгең киләме” – тип, табель ҡоралын баланың күкрәгенә терәй. Шаманаевтың ҡатыны полицияға шылтыратып, малайҙы хоҡуҡ һаҡсылары алып китә. Уны һуңыраҡ полиция участогынан атаһы барып ала. Үҫмер белдереүенсә, Виталий Шаманаев иҫерек булған.
Шул көндө үк малайҙың атаһы баланы туҡмауҙары хаҡында полицияға ғариза яҙа.
Май айында суд, Шаманаев ғәйепһеҙ, тип ҡарар сығара. Әммә малайҙың атаһы республиканың Юғары судына ла мөрәжәғәт итә.
Ошо арала Силәбе өлкәһендә йәшәүсе хоҡуҡ һаҡсыһына ҡарата суд ҡарары сығарыласаҡ.
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова