– Әсәй, бишбармаҡ, ҡорот, бауырһаҡ – беҙҙең халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы, шулаймы?
– Эйе. Тағы ҡыҫтыбыйҙы ла яҙып ҡуй.
– Ҡыҫтыбый? Тәмлеме ул? Майҙа ҡыҙҙырып бешерәләрме?
– Юҡ. Майһыҙ табала ике яҡтан да ҡыҙҙырып бешерелгән йәймәнең эсенә тары йә картуф иҙмәһе һалалар. Шул ҡыҫтыбый була. Һәләк тәмле!
– Әллә, әллә, әсәй. Ашап ҡарамайса, ниндәй икәнен күҙ алдыма ла килтерә алмайым, – тип улым хәйләкәр генә итеп йылмайҙы. Ыста! Күптән ҡыҫтыбый бешергән юҡ икән бит. Ярай, улым иҫкә төшөрҙө! Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ килеп сыҡты.
1 стакан саҡ ҡына һыу ҡушылған йылы һөткә 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, тоҙ, он ҡушып ҡамыр баҫтым. Йомортҡа ҡушырға кәрәкмәй! Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яҡтан бешереп алғас, яртыһына картуф иҙмәһе һалып уртаға бөкләнем. Әйткәндәй, йәймәнең икенсе яғын табала үтә оҙаҡ тотманым, юғиһә ҡата. Картуф иҙмәһенә йылы һөт, май ҡуштым. Аҙаҡ әҙер ҡыҫтыбыйҙарҙы иретелгән һарымһаҡлы май менән һыланым. Тәмлеее!