Иртәгә, 7 декабрҙә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә "Иҙеүкәй менән Мораҙым" премьераһы күрһәтелә. Спектакль киске сәғәт етелә башлана. Режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев. Күңелегеҙгә ял алырға теләһәгеҙ, тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Шулай уҡ һеҙҙең иғтибарға театрҙың декабрь-ғинуар айҙарына репертуарын тәҡдим итәбеҙ.