Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй ирекмәне - 2019» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһен, «Йыл волонтеры» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған Инесса Клюкинаны ҡотланы.
Ҡотлау тантанаһы Сочиҙағы Олимпия паркында урынлашҡан медиаүҙәктә үтте.
Ҡазан ҡыҙы призды «Э-моция» инклюзив ижад студияһы проекты өсөн алды. Студияла инвалид һәм инвалид булмаған 18 йәшкә тиклемге йәш кешеләр шөғөлләнә. Инесса Клюкинаның төп идеяһы - театраль ижад аша тамашасыла инвалид булған кешенең позитив образын булдырыу. Был проек сиктәрендә Рәсәйҙең 10 ҡалаһында 35 тапҡыр тамаша күрһәтелгән.
«Беҙҙең проектты баһалаусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдергем килә. «Э-моция» инклюзив ижад студияһы - ул кешеләр, беҙҙең ҡатнашыусылар, волонтерҙар һәм улар ярҙамында беҙҙең спектаклдәребеҙ барлыҡҡа килә. Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө, тик беҙ яратҡан һәм ышанған нимәбеҙҙе эшләйбеҙ икән, беҙ мотлаҡ рухи яҡтан яҡын кешеләрҙе табасаҡбыҙ һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәкбеҙ», - ти Инесса Клюкина.
«Рәсәй ирекмәне» Бөтә Рәсәй конкурсы туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыла. Быйыл конкурсҡа 28 мең ғариза бирелгән. Грант фонды 45 миллион һум тәшкил итә, 2018 йыл менән сағыштырғанда өсләтә күберәк.
#ВладимирПутин