Күмертау ҡалаһының 10-сы класс уҡыусыһы Дарья Бобровникова Беренсе каналда барған «Умники и умницы» телевизион олимпиадаһында ҡатнашып, миҙал алды. Дарья әйтеүенсә, теоретиктар трибунаһынан яуап бирһә лә, ул бик ныҡ тулҡынланған. Ләкин яуаптан һуң, награданы алып сыҡҡан ваҡытта, тулҡынланыу әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет тойғоһо менән алмашынған.