газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 01:02

Комендант сәғәтен оҙайтырға уйлайҙар

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары балалар өсөн "комендант сәғәте"н бер сәғәткә оҙайтырға ниәтләй.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары балалар өсөн "комендант сәғәте"н бер сәғәткә оҙайтырға ниәтләй.
Әле республикала 17 йәшкә тиклемгеләргә киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға, ә йәйгеһен төнгө 12-нән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында яңғыҙ йөрөү тыйыла. Депутаттар йәй төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр сикләргә йыйына. Улар быны йәйге ваҡытҡа күскәндән һуң ҡараңғы иртә төшә башлау менән аңлата.
Депутаттарға "комендант сәғәте"н оҙайтыуҙы һорап ата-әсәләрҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан да мөрәжәғәттәр булған. Әйткәндәй, илдә балалар өсөн “комендант сәғәте”н беренселәрҙән булып тап Башҡортостанда индерәләр. Был сара үҫмерҙәр менән бәйле енәйәттәрҙе һиҙелерлек кәметә.
Читайте нас: