газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 00:10

Эсергә ҡамасаулағанға, 11 айлыҡ сабыйын үлтергән

Рәсәйҙең бер төбәгендә 26 йәшлек ҡатынды, балаһын үлтереүҙә ғәйепләп, 15 йылға төрмәгә ултырттылар.

Рәсәйҙең бер төбәгендә 26 йәшлек ҡатынды, балаһын үлтереүҙә ғәйепләп, 15 йылға төрмәгә ултырттылар. Ҡатын спиртлы эсемлектәр менән йыш мауыҡҡан. Йәй көнө була был хәл. Ул балаһы менән ҡунаҡтан ҡайта. Бала бик илай. Иҫерек ҡатын тәүҙә баланың башына бик ныҡ итеп һуға, унан һуң, ике аяғынан тотоп, стенаға бәрә һәм йоҡларға ята. 11 айлыҡ бала башына ҡан һауыуҙан вафат була. Иртән баланың үлгәнен аңлағас, ҡатын, уның кәүҙәһен полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, бер йорттоң подъезына илтеп ташлай һәм үҙе ҡаса.

Ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Был ҡот осҡос ҡылығын ул баланың уға байрам итеп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәргә ҡамасаулауы менән аңлатҡан.
Читайте нас: