Уҡыуға тәҡдим ителеүсе башҡорт авторҙарының 100 китабынан торған исемлек өйрәнеү өсөн мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, китапханалар ҡунаҡтарына тәҡдим ителәсәк. Был әҫәрҙәрҙе киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында түңәрәк өҫтәл форматында үткән сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, депутаттар Эльвира Айытҡолова, Раил Әсәҙуллин, Зәки Әлибаев, республика Башлығы Хакимиәте, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, билдәле шағирҙар, яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл китапхана һәм республика Яҙыусылар союзы менән берлектә парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты тарафынан ойошторолдо.
Константин Толкачев осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәмғиәттә нәфис әҙәбиәткә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу кәмеүенә бәйле проблемаларға йүнәлтте.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе билдәләүенсә, «Туған һүҙгә 100 аҙым» проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн киң мәғлүмәт сараларының, төрлө кимәлдәге мәғариф учреждениеларының, китапханаларҙың һәм театрҙарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, Башҡортостанда йәшәүсе һәр ғаиләнең унда әүҙем ҡатнашыуы кәрәклеген билдәләне.
Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән китаптар исемлеге Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының сайтында урынлаштырылған.