газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 01:04

Зифа Нагаеваны кем талаған?

Әммә ул судлашып йөрөмәгән.

Әммә ул судлашып йөрөмәгән. “Ғүмерҙәр зая уҙмаһын”, “Бер ваҡыт ҡына”, Әйләнә лә килә йәйҙәр”, “Балаҡайым” кеүек халыҡ араһында яратып тыңланған бихисап йырҙарҙы Зифа Нагаева яҙған. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан йырсыбыҙ ҡул ҡаушырып ятмай. Матур йырҙар ижад итә, үҙе лә рәхәтләнеп уларҙы башҡара, тамашасыларҙың күңелен имләй. Шулай ҙа бәғзе берәүҙәрҙең йырҙарын сәлдереүенә кәйефе ҡырыла сәнғәт йондоҙоноң. “Йырҙарымды күп урланылар. Судлашып ҡына йөрөмәнем. Рәхәтләнеп дискылар ҙа сығарыусы булды. Бөгөн шундай хәл булһа, бөгөнгө аҡылым менән былай ғына ҡалдырмаҫ инем”, - ти ул. Яратҡан йырсыбыҙға сәләмәтлек, артабан да ижади уңыштар теләйек.
Фото йырсының “Бәйләнештә” төркөмөнән алынды.
Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Zifa-Nagaevani-tala-andar-26160/


Читайте нас: