газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 16:33

Ҡыҙғаныс, Софьяға операция эшләй алмайҙар

Израиль табиптары шулай тигән.

Израиль табиптары шулай тигән. Был турала ирекмән дә хәбәр иткән.

- Башына операция яһамайҙар, сөнки баланың яңы диагноздары билдәле булды. Ҡыҙыҡайҙың башында ниндәйҙер шыйыҡлыҡ бар, йоҡлағанда тын алышы туҡтала, - тип яҙа ирекмән.

Табиптар мәғлүмәтте раҫланы. Уларҙың һүҙҙәренсә, операция эшләү бала өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Софьяның бармаҡтарын да айырмаҫтар, моғайын. «Бер бармаҡты айырыу операцияһы дүрт сәғәткә яҡын дауам итә. Уларҙың бөтәһен дә айырыу өсөн кәмендә ошондай 11 операция кәрәк», - ти клиника вәкиле. Әлегә Софья һәм уның әсәһе Израилдә. Табиптар ҡыҙға ҡағылышлы аныҡ ҡарар ҡабул итмәгән.
Читайте нас: