Сербия Рәсәй Федерацияһы менән күп аспектлы хеҙмәттәшлеген «кем нимә тип кенә әйтмәһен» дауам итәсәк, тип белдерҙе республика президенты Александр Вучич беҙҙең ил башлығы Владимир Путин менән һөйләшкәндән һуң. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында бындай кооперацияны дауам итеү рус һәм серб халыҡтарының мәнфәғәттәренә яуап бирә.
Осрашыуҙы баһалап, Владимир Путин уны йөкмәткеле һәм файҙалы тип атаны һәм ул конструктив һәм дуҫтарса мөхиттә үтте тип өҫтәне. Уның һүҙҙәренсә, ике яҡ Балҡандағы, тәү сиратта Косоволағы хәл, шулай уҡ башҡа актуаль төбәк проблемалары тураһында фекер алышҡан.
Ил башлығы Рәсәй һәм Сербия араһындағы иҡтисади бәйләнештең үҫеше менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Ул 2018 йылда ике яҡлы сауҙа 2,2 миллиард доллар тәшкил итеүен, ә быйылғы йылдың туғыҙ айында уның 9,5 процентҡа артыуын иҫкә төшөрҙө.
Хәрби-техник хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Владимир Путин Рәсәй хәрби-сәнәғәт комплексы компаниялары Сербия партнерҙарына заманса ҡорамалдар ебәреүҙе генә түгел, шулай уҡ производство кооперацияһын да көйләүҙәрен иғтибар үҙәгенә алды.
#ВладимирПутин