Хәҙер 12 йәштән өлкәнерәктәргә бассейнға поликлиниканан белешмә алып килмәйенсә йөрөргә рөхсәт иттеләр. Рәсәй Юғары суды шундай ҡарар сығарған.12 йәшкә тиклемге балалар ғына энтеребиозға анализ тапшырырға тейеш. Был яңылыҡ “Роспотребнадзор” башланғысы менән индерелгән.
Бары эпидемиологик хәл боҙолған ҡала-райондар ғына иҫкәрмә булып тора.
Ә бассейн етәкселәре был яңылыҡты хупламаны. Улар, бындай рөхсәт төрлө ауырыуҙар таралыуға сәбәп буласаҡ, тип иҫәпләй.