Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Владивостокта аҡсаһыҙ ҙа, эшһеҙ ҙә ҡалған егеттәргә ярҙам итәсәген белдерҙе.
Етәксе тәүге хәбәрҙе алыу менән Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был хәлде асыҡларға, “Өфөнефтемаш” компанияһын тикшерергә ҡушыуын белдергән. Предприятиела кисәнән бирле тикшереү бара. Ысынлап та, финанс дисциплинаһын боҙоу осраҡтары асыҡланған – халыҡ айҙар буйы хеҙмәт хаҡы ала алмай.
“Ә хеҙмәт ауыр, судно төҙөү комплексында эшләйҙәр. Күптәрҙең иңендә ипотека, йәш атайҙарҙы өйҙә балалары һәм ҡатындары көтә. Уларҙың ҡайтырға аҡсалары ла юҡ. Ярҙам итергә мөмкинлек эҙләйбеҙ. Бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған предприятие етәкселәренең законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылыуын күҙәтәсәкмен,”- тигән Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Республика етәсеһенең белдереүенсә, вахтаға ай һайын йөҙ меңдән ашыу кеше китә.
”Кемдер - “оҙон” аҡса артынан, кемдер үҙ ҡалаһында йәки ҡасабаһында эш таба алмай. Шуға күрә әйтәм дә инде, републикала эш урындары булдырғандарҙы ҡулда күтәреп кенә йөрөтөргә кәрәк,”- тип тамамлаған һүҙен республика етәксеһе.
Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзите)