газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 01:46

Яңы проект бойомға ашырыла

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы "Өфө. Тере тауыш" тип аталған өр-яңы тапшырыуҙы экрандарға сығарасаҡ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы "Өфө. Тере тауыш" тип аталған өр-яңы тапшырыуҙы экрандарға сығарасаҡ. Музыкаль телешоу аҙна һайын күрһәтеләсәк. Алып барыусыһы Рөстәм Булатов Башҡортостан халҡын фатир концерты формаһында республиканың музыкаль төркөмдәре менән таныштырасаҡ. Исемдәре күптән билдәле йырсылар, коллективтар менән бер рәттән халыҡ "ынйы"ларын күрһәтеү ҡаралған. Тәүге тапшырыуҙарҙа "Арғымаҡ", "Sahara camels", "Катя Ямщикова" төркөмдәре сығыш яһарға әҙерләнә.
"Өфө. Тере тауыш" тапшырыуы тәүгә был йомала, 6 декабрҙә БЮТ телеканалында киске сәғәт 12-се яртыла сығасаҡ. Тәүге ҡунаҡ - "Катя Ямщикова" төркөмө.
Читайте нас: