Төнгө сәғәттәрҙә Коммунистик урамындағы 106-сы йорт төкәтмәһенең 2-се ҡаты емерелгән. Был турала Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында торлаҡта ете кеше була. Бәхеткә, берәү ҙә зыян күрмәгән. Ваҡиға урынында төн буйы граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Килеп тыуған хәлдең сәбәптәре әлеге мәлдә тикшерелә.