газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 00:57

Саунаға барыр өсөн урлаш инде

Стәрлебаш районы ауылындарының береһендә йәшәүсе 57 йәшлек ирҙең өйөнән 19 мең һум аҡсаһы юғала. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Стәрлебаш районы ауылындарының береһендә йәшәүсе 57 йәшлек ирҙең өйөнән 19 мең һум аҡсаһы юғала. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.Полицейскийҙар шик аҫтына алыныусыны билдәләй. Тиҙҙән 23 йәшлек ир Ауырғазы районы полицейскийҙары тарафынан ҡулға алынған һәм Стәрлебаштағы хеҙмәттәштәренә тапшырыла. Енәйәтсе үҙ ғәйебен таныған. Быға тиклем ул йорт хужаһы менән таныш булған, шуға өйгә ҡаршылыҡһыҙ ингән, аҡсаны кеҫәһенә һалған да сығып киткән. Кеҫәһен ҡалынайтҡас ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана, кәйеф-сафа ҡора, саунаға бара һәм күңел асыр өсөн ҡыҙҙар саҡыра. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: