газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 00:50

Һәр кемгә үҙ балаһы ҡәҙерле

Баш ҡаланың полиция участкаһына Алатау урамында йәшәгән ғаиләлә ыҙғыш булыуы хаҡында мәғлүмәт килә.

Баш ҡаланың полиция участкаһына Алатау урамында йәшәгән ғаиләлә ыҙғыш булыуы хаҡында мәғлүмәт килә. Ирле-ҡатынлы ҡунаҡта була. Ир тороп ҡала, ҡатын, балаларын уйлап, алдан ҡайтып китә. Әммә һуңғараҡ ныҡ ҡына ҡырын тейәп ҡайтҡан ир кәләшенә дәғүәләр белдерә башлай, өйҙә янъял ҡуптара, хатта уны быуа башлай. Тауышҡа ирҙең 75 йәшлек ҡайныһы килеп сығып, ҡыҙын яҡлашырға ташлана. Һөҙөмтәлә, ике ир яғалашып китә Һәм бер-береһенә бысаҡ менән һелтәнә.Ирҙәрҙең икеһенең дә арҡаһы, эсе яраланып, дауаханаға эләгәләр. Ярай әле, йәрәхәттәре үлемесле булмай. Янъялсыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: