Рәсәй Президенты Вадимир Путин илдә граждандар араһында массалы спорт үҫешергә тейеш тип белдерҙе.
“Беҙҙә Олимпия ғына түгел, шулай уҡ Паралимпия хәрәкәтен үҫтереү мөһим, тағы ла беҙгә массалы спортты үҫтереү кәрәк. Һәм бөтәһе өсөн дә: йәш кешеләр өсөн дә, һаулыҡтары буйынса сикләнгәндәр өсөн дә, барыһы ла спорт менән шөғөлләнергә тейеш”, - тине Путин Рәсәй халыҡ-ара Олимпия университетында паралимпийсылар менән аралашҡанда.
Шул уҡ ваҡытта ил башлығы был йүнәлештә билдәле бер һөҙөмтәләр барлығын билдәләне. “Беҙҙә спорт менән шөғөлләнеүсе етди рәүештә артты, әммә шулай ҙа беҙҙең ынтылырлыҡ үрҙәр бар әле”, - тине Путин.
Күрше илдәрҙә спорт менән шөғөлләнеүселәр Рәсәйгә ҡарағанда күберәк, тип һыҙыҡ өҫтәнә алды ул. Ил башлығы паралимпейсыларҙы дәүләт спортсыларға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип ышандырҙы.
#ВладимирПутин