Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы дежур часының оператив дежур ярҙамсыһы кеше ҡайғыһында аҡса эшләгән. Ул ҡапыл вафат булғандар хаҡында ритуаль хеҙмәт агентлыҡтарына хәбәр ебәреп тора. “Хеҙмәте” өсөн тегеләре биш мең һум күләмендә әжерен бирә. Әммә сираттағыһында уны эләктерәләр. Нәфсеһенә хужа булмаған полиция инспекторы вазифаһынан алына, енәйәт эше ҡуҙғатыла, үҙ бурысын мәкерле ниәттә файҙаланған өсөн 50 мең һум күләмендә штраф һалына.