Йырсы "Алтын хит-2019" премияһын тапшырыу тантанаһында күңелһеҙ хәлгә тарыған. Уның сығышы Лев Лещенконан һуң булған. Бузова йыр башҡарғандан һуң халыҡҡа мөрәжәғәт иткән, Лещенко тураһында бер нисә һүҙ әйтмәксе булған. Әммә РСФСР-ҙың халыҡ артисының фамилияһын дөрөҫ әйтмәгән. "Лев Валерьянович Левченконан һуң сығыш яһау - минең өсөн ҙур дәрәжә", - тигән Бузова. Тантананан һуң ул журналистар менән аралашыуҙан баш тартҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ, Бузова үҙенең хатаһын аңламаған да һәм сығыш яһауын дауам иткән.