Иркутск өлкәһендәге бәләкәй генә биҫтәлә шәхси йортҡа айыу кергән һәм верандала уның 60 йәшлек хужаһын ашаған. Уның кәүҙәһенән аяҡ менән ҡулы ғына ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хайуандан һаҡланырға өлгөрмәгән. Айыу һунарсыларҙан тәүҙә ҡасырға өлгөргән. Әммә айыуҙың күптән түгел генә ҡорбан алған йортҡа килеү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, полицейскиҙар һәм һунарсылар йорт янына пост ойошторғандар. Ҡапҡан да ҡуйғандар. Шулай булып сыға ла, айыу йортҡа кире әйләнеп килеп верандаға инә. Шунда уға аталар ҙа инде.