Ә кейәү барыбер ҡасҡан. Ир был ҡатын менән социаль селтәрҙәрҙә танышҡан. Ул үҙенең юғары вазифа биләүен һәм ата-әсәһенең бик бай булыуын әйткән. Әммә ата-әсәһе улдарының бай ҡыҙға өйләнеүен теләгән, имеш. Мәскәүҙә йәшәүсе ҡатынға бай булыуын иҫбат итеү өсөн ир үҙенең банк иҫәбенә 15 миллион һум аҡса күсерергә ҡушҡан. Аҡса күсеү менән "кейәү" юҡҡа сыҡҡан. Шулай ҙа була икән...