Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “2020 йылға һәм 2021 һәм 2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты буйынса асыҡ тыңлау үткәрелде. Яҡын киләсәктәге ҡаҙна килеменә һәм сығымдарына ниндәй үҙенсәлектәр хас?
Бюджет мәсьәләһе көнүҙәк булып тора, сөнки бөтә нимә сығымдарға бәйле һәм уның төп өлөшө – дәүләт иҫәбенә. Шуға күрә республика парламенты менән Хөкүмәте һәр йыл аҙағында ошондай асыҡ тыңлау үткәрә, унда теләгән бер кеше ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Сарала төп докладтар менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Моратов менән финанс министры Лира Иғтисамова сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа шулай уҡ Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һәм башҡалар ҡатнашты.
Башҡортостандың киләһе йылға килеме, дөйөм алғанда, 194 миллиард 202 миллион һум, 2021 йылға – 187 миллиард 834 миллион, 2022 йылға 198 миллиард 202 миллион һум тип күҙаллана. Сығымдар киләһе йылда 216 миллиард һумдан ашыу тип билдәләнә. Был ағымдағы йылда көтөләсәк күрһәткестән 1,8 процентҡа күберәк буласаҡ. 2021 йылда был һандар 209 миллиард һумдан ашыуыраҡ, 2022 йылда 218 миллиард һумдан күберәк булыр тип планлаштырыла. Ҡаҙна сығымдары структураһында бөтә социаль өҫтөнлөктәр һаҡланасаҡ, ҡайһы берҙәре киңәйтеләсәк.
Закон проектының тексы һәм уға ҡушымта булған документтар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтына, шулай уҡ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталына ҡуйылған. Проект тәүге уҡыуҙа парламенттың яҡындағы йыйылышында ҡабул ителәсәк.