газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 15:41

Трамвайҙа елдереп

Ҡалабыҙҙың Трамвай идаралығы 1 декабрҙән электр транспортының хәрәкәт итеү графигы тураһында хәбәр итте.

Ҡалабыҙҙың Трамвай идаралығы 1 декабрҙән электр транспортының хәрәкәт итеү графигы тураһында хәбәр итте.

Эш көндәрендә: иртәнге сәғәт 6-нан сәғәт 9-ға тиклем хәрәкәт итеү араһы 3 минут, сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-се яртыға тиклем хәрәкәт итеү араһы ҡалала 6 минут, сәнәғәт зонаһында 12 минут.

Сәғәт 2-се яртынан 4-се яртыға тиклем хәрәкәт итеү араһы 6 минут, 4-се яртынан киске сәғәт 7-гә тиклем - 3 минут, киске 7-нән 9-ға тиклем ҡалала - 6, сәнәғәт зонаһында 12 минут һәм киске сәғәт 9-ҙан төнгө 12-гә тиклем хәрәкәт итеү араһы 13 минут тәшкил итә.

Ял көндәрендә иртәнге сәғәт 6-нан киске сәғәт 9-сы яртыға тиклем трамвайҙарҙың йөрөү араһы 6 минутҡа тиң булһа, киске 9-сы яртынан төнгө 12-гә тиклем электр транспорт 13 минут арауыҡ менән хәрәкәт итәсәк. “Газпром нефтехим Салауат идаралығы” туҡталыш пунктынан трамвай 23.10-да, ә “Салауатбыяла” туҡталышынан 23.00-дә ҡуҙғала.
Читайте нас: