Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм КНР рәйесе Си Цзиньпин бөгөн телемост режимында "Сила Сибири" газ үткәргесенә старт бирәсәк. Газ Иркутск һәм Яҡутск газ алыу үҙәктәренән Алыҫ Көнсығыштағы Рәсәй ҡулланыусыларына һәм Ҡытайға экспортҡа ебәрелесәк.
"Газпром"дың Ҡытайға газ ебәреүе тураһында 20 йыл элек тиерлек килешелә. Ике ил был газ ташыуҙың төп шарттарын юридик яҡтан нығытыусы документҡа ла ҡул ҡуя.
"Газпром"дан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың 2020 йылда Ҡытайға "Сила Сибири" буйынса газ ташыу йөкләмәләре 5 миллиард кубометр тәшкил итәсәк, 2021 йылда - 10 миллиард, 2022 йылда - 15 миллиард.