Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы быйылғы йылдың һуңғы көнөндә ял итеп булмаҫ, тип хәбәр итә. Хөкүмәт ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарҙы алдан ҡабул итә, тип билдәләй ведомство етәксеһе Максим Топилин. Уның һүҙҙәре буйынса, 31 декабрҙе һәр эш биреүсе үҙаллы ял көнө итә ала.
"Хөкүмәт ғәҙәттә киләһе йылға ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарҙы октябрҙә ҡабул итә, шуға ярашлы график төҙөлә. Хәҙер инде үҙәкләштерелгән рәүештә ҡарар ҡабул итеү мөмкин түгел", - тип аңлатма бирә министр.
Тимәк, быйылға ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, йәғни 31 декабрҙә эшләп бер сәғәткә алдан китеү генә мөмкинлеге һаҡлана.