Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 11:34

Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова Башҡортостанда эш сәфәре барышында республиканың туғыҙ районына күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт “Ашығыс ярҙам” автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова Башҡортостанда эш сәфәре барышында республиканың туғыҙ районына күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт “Ашығыс ярҙам” автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Уларҙың барыһы ла "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" тѳбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында алынған. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Әлеге күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты автомобилдәрен Бѳрѳ, Ғафури, Кушнаренко, Илеш, Туймазы, Благовещен, Әлшәй, Мәсәғүт үҙәк район һәм Ѳфѳнѳң 21-се дауаханаһы алды. “Ашығыс ярҙам” машиналары Октябрьский, Салауат ҡалаларына, Ишембай, Бәләбәй райондарына юлланды.
Читайте нас: